«Шүлгәнташ» мәмерйәһенә инеү юлы ябылған

Әлеге ваҡытта мәмерйә эргәһен, Шүлгән йылғаһы аша һалынған күперҙе һәм йәйәүлеләр һуҡмағын һыу баҫҡан. Һыу күтәрелеүен дауам итә. Быға бәйле экскурсиялар ваҡытлыса туҡтатылған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21-23 апрелдә Ағиҙел һәм Өфө йылғалары тағы ла юғарыраҡ күтәрелер тип күҙаллана. Ташҡын пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында күҙәтелә. Оператив штаб ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе тәүлек әйләнәһенә контролдә тота.

Бәләкәй дала йылғаларында һыу кимәленең әкренләп түбәнәйеүе күҙәтелә. Эҫем, Инйәр, Әй кеүек тау йылғаларында һыуҙың юғары кимәле 13,14 апрелдә көтөлһә, Ағиҙел һәм Өфө йылғаларында 21 апрелдән 23-нә тиклем күҙаллана. Ташҡынға бәйле хәлде мониторлау пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында атҡарыла. Баш идаралыҡтың оператив штабы хәлде тәүлек әйләнәһенә контролдә тота.

Андрей Зайцев, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ