Тирә-яҡ мөхитте, тәбиғи байлыҡтарыбыҙҙы һаҡлау, ҡалаларҙы төҙөкләндереү даими иғтибар үҙәгендә. Өфөлә үткән Экология форумында ла ошо мәсьәләләр ҡаралды. «ЭКСПО» күргәҙмәләр комплексында үткән форум-күргәҙмәлә халыҡ-ара, ил кимәлендәге эксперттар бергә йыйылды, фекер алышты.
Башҡортостан форумы йәмәғәтселекте борсоған экология проблемаларын тикшереү, хәл итеү юлдарын барлау буйынса төп майҙансыҡ булып тора. Мәҫәлән, айырым һаҡланған биләмәләрҙең иҡтисадын, системаһын, үҫеш мәсьәләләрен ҡарау.
Экология форумы 8 йыл дауамында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу буйынса һөҙөмтәле майҙансыҡ булып танылған. Сараға сит илдәрҙән, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән билдәле эксперттар йыйылған.
Башҡортостанда ойошторолған экология форумы илдең башҡа төбәктәре өсөн өлгө булып тора. Был сара экология мәсьәләләрен хәл итеү буйынса йәмәғәтселектең, бизнестың, дәүләт органдарының берлектәге эш тәжрибәһе сағылышы.
Экология форумы 13 апрелгә тиклем дауам итә. Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары акцияларҙа, конкурстарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала.
Рәмзиә Кәримова






