«Балан әсеһе». Саҡмағош районында йәшәгән Нәфисә Ғүмәрованың шиғри йыйынтығы донъя күрҙе. Ҡәләм оҫтаһы китабын махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған ейәне Тимур Хисмәтуллиндың яҡты иҫтәлегенә бағышлаған. Был хаҡта киләһе яҙмала.
Йәшләй генә илебеҙ именлеге өсөн яуҙа башын һалған Тимур Хисмәтуллиндың яҡты иҫтәлегенә арналған китаптың исем туйы район үҙәк китапханаһында уҙҙы. Китап батыр, илһөйәр герой хаҡында. Кисәлә яугирҙың ата-әсәһенә рәхмәт һүҙҙәре лә еткерелде.
Тимур Имәнлеҡул урта мәктәбендә белем алған. Класс етәксеһе Айһылыу Бигнова уҡыусыһы хаҡында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Батыр замандаштарын яҡташтары йәштәргә өлгө итеп ҡуя.
Тимур Башҡортостан аграр технология колледжы филиалында һөнәр үҙләштерә. Үҙен юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәү-се, тырыш студент итеп күрһәтә. Колледжды уңышлы тамамлағандан һуң хәрби хеҙмәткә юллана. Ырымбур өлкәһе Тоцкий ҡасабаһында 21-се гвардия мотоуҡсылар бригадаһында әҙерлек үтеп, махсус хәрби операция биләмәһенә юллана.Тиңһеҙ алыштарҙың береһендә егерме йәшлек яугир үлемесле яралана. Батырлығы өсөн дүртенсе дәрәжә Георгий тәреһе миҙалы менән бүләкләнә.
Фәһемле осрашыуға яугирҙың ата-әсәһе лә саҡырылғайны.
«Балан әсеһе» китабына тупланған шиғырҙар өләсәһе Нәфисә Ғүмәрованың яратҡан ейәненә һөйөү һәм ихтирам менән һуғарылған. Был шиғри юлдар яугирҙарҙы онотмаҫҡа өндәй. Илһөйрәлек рухындағы осрашыу донъялар имен булһын, башҡаларға ҡайғы ишек ҡаҡмаһын тигән теләктә тамамланды.
Гүзәл Борханова



