Яҡташлыҡ көсө, ғаилә ҡиммәттәре, биләмәләрҙе үҫтереүҙә яңы тенденциялар - форум барышында бер нисә тема ҡаралды. Иң мөһиме, проекттың миҙгел эшенә йомғаҡ яһалды. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина репортажы.
Окоп шәмдәре, маскировка селтәрҙәре, ҡоро душ һәм носилкалар. Был Иглин районы ирекмәндәр штабының яугирҙар өсөн етештергән әйберҙәрҙең бер өлөшө генә. Ойошманың атамаһы ла осраҡлы түгел: «Бөтәһе лә еңеү өсөн». Еңеү өсөн иглиндәр бөтә көсөн һалып тырыша.
Махсус хәрби операция ваҡытында Башҡортостан халҡы ныҡлы тылға берләште. Быға уларҙы ватансылыҡ тойғоһо этәрә. Әйтәйек, Нуриман районынан Гөлшат Шакирова улы хәрби бәрелештә һәләк булғандан һуң, компенсация аҡсаһына яугирҙарға тепловизор һатып алған. Һалдаттарҙың береһе залда уҡ ҡатынға рәхмәтен белдереп, гөлләмә бүләк итте.
Йәштәр - республикабыҙ киләсәге. Форумда йәш кадрҙарҙы ауыл еренә йәлеп итеү мәсьәләһе ҡаралды. Ауылға еректерер өсөн, Башҡортостанда программалар һәм гранттар системаһы эшләй. «Атайсал»да ла башлыса урта йәштән өлкәнерәктәр ҡатнаша. Майҙандарҙың береһендә Нуриман районы командаһы быны хәл итеү өсөн сара уйлап тапҡан.
Нуриманда зональ семинарға район, ауыл советтары башлыҡтары, йәмәғәтселәр йыйылды. Һәр береһенең башҡалар менән бүлешер тәжрибәһе бар. Сөнки «Атайсал» бер районды ла ла урап үтмәне. Һәммәһе лә үҙ кесе Ватанын йәмләндеререгә, алға этәрергә тырыша.
«Атайсал» - йәмғиәт көҙгөһө. Проект тыуған төйәгеңә һөйөү белдереү йолаһы ла булып тора.
Ғаилә ҡиммәтәре, яҡташтар көсө, кесе Ватандың рухиәте - форум сиктәрендә ҡаралған мәсьәләләр ошо. Йомғаҡ яһалды, алда иң әүҙемдәрҙе бүләкләү тантанаһы көтә.
Рәзилә Ғиниәтуллина






