Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр тураһында хәстәрлек йылына бәйле, бөгөн Өфөнөң «Бишбармаҡ» студияһында Стәрлетамаҡ ҡалаһының коррекция-мәктәбе уҡыусылары ҡунаҡта булды. Сара Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
«Бишбармаҡ» студияһы бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһының коррекция мәктәп-интернаты уҡыусыларын ике телдә сәләмләне. Ым-ишара ярҙамында улар башҡорт мәҙәниәте менән бергә, йолалары һәм милли аш-һыуҙарҙы менән танышты. Малай-ҡыҙҙар, шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнашты.
Бөгөн балалар ваҡбәлеш бешерергә өйрәнде. Үҙҙәре ҡамыр йәйеп, эслеген тултырҙы. Милли ризыҡ әҙерләү студияһының аш-һыу оҫтабикәләре үҙҙәре ярҙамлашты. Ваҡбеләш мейестә ҡыҙарып сыҡҡансы, ҡыҙҙар-малайҙар талҡан йомарланы.
Әйткәндәй, әлеге проект Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ул шулай уҡ быйыл республикала иғлан ителгән Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр тураһында хәстәрлек йылы сиктәрендә лә ойошторолдо. Ул һуңғыһы булмаҫ тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин






