Йәшлек йәшен йәшнәтә. Өфөнөң Комаров исемендәге балалар ижады үҙәгендә асыҡ ҡала балалар-үҫмерҙәр медиафестиваленә йомғаҡ яһалды.
«Йәшлек йәшен йәшнәтә» медиафестивале быйыл һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылды. 2015 йылда уҡыусыларҙың ижади ҡарашын үҫтереү, һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында ойошторола башлаған конкурс тәүге осорҙа ҡала кимәлендә генә үтһә, хәҙер республика ҡала-райондарынан да, илдең башҡа төбәктәренән дә балалар ҡатнаша. Йәғни, конкурстың статусы күтәрелә, даирәһе киңәйә. Быйыл медиафестивалгә 8 номинация буйынса 600-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Улар араһында телевидение, радио репортаждары ла, музыкаль клиптар ҙа, фотоһүрәттәр ҙә, йәнһүрәттәр ҙә, публицистика материалдары ла бар. Өфөнән Гөлназ Хәсәнова 8-се синыф уҡыусыһы, ул конкурсҡа остазы, билдәле радиожурналист Фәнүзә Баһауетдинова менән әҙерләнгән.
Еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары, конкурс бағыусылары әҙерләгән бүләктәр тапшырылды. Сараны Өфөнөң балалар ижади төркөмдәре әҙерләгән концерт номерҙары биҙәне. Ойоштороусылар билдәләүенсә, йылдан-йыл кимәл дә күтәрелә, уҡыусылар заман технологияларын әүҙем ҡуллана. Һуңғы йылдарҙа патриотик темаға мөрәжәғәт итеүселәрҙең дә артыуы күҙәтелә.






