Канаданың «Торонто» хоккей командаһы Родион Әмировты хөрмәтләп иҫкә алды

Клуб етәкселеге «Нью-Джерси» менән уйынға хоккейсының ғаиләһен саҡырҙы. Беренсе осорҙан һуң боҙ һарайы клубында йәш юлаевсы карьераһының иң яҡшы мәлдәрен һүрәтләгән кадрҙар тәҡдим ителде. Шулай уҡ Родиондың ғаилә ағзалары - ата-әсәһе һәм һеңлеләре күрһәтелде.

Көйәрмәндәр Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарҙы көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. «Әмировтар улдарының НХЛ-да уйнауын күрергә тейеш ине. Тик был хыялдарға тормошҡа ашырға яҙмай. Әммә шул уҡ ваҡытта ғаиләһенең Канадаға килеүе бик яҡшы, фанаттарҙың уларҙы күреп ҡалыуына шатмын» тип билдәләгән «Торонто» клубының баш тренеры Шелдон Киф. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 йәшлек Родион Әмиров былтыр августа оҙаҡ ваҡыт онкология сире менән яфаланғандан һуң вафат булды. Ул 2020 йылғы драфттың беренсе раундында 15-се һан аҫтында «Торонто» тарафынан һайланды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ