Башҡортостанда сәнәғәт предприятиеларынан тәбиғәткә килгән зыян бер нисә тапҡырға кәметеләсәк

Экология мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ойошторолған инвестиция проекттары 14 млрд һумға иҫәпләнгән. Уға ярашлы 2030 йылға тиклем һауа, йылға-күл һыуҙарын бысратыуҙы кәметеү өсөн цехтарҙа күләмле модернизация көтөлә.

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда йөҙҙән ашыу сәнәғәт предприятиеһы үҙ эшмәкәрлеген алып барыу өсөн Рәсәй тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт рөхсәтен алырға тейеш. Тәбиғәткә һәм тирә-яҡ мөхиткә зыян килтергән ойошмалар комплекслы экологик тикшереү үткәс кенә, сәнәғәт эшмәкәрлеген дауам итә аласаҡ. Республикала әлегә 8 предприятие тикшереү үткән.

Башҡорт «Сода» компанияһы Рәсәй тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт рөхсәтен алыусы ойошмалар исемлегендә. Алдағы биш йылда ойошмала тирә-яҡ мөхиткә сығарылған ҡалдыҡтарҙы 6 мең тоннаға кәметеү бурысы ҡуйыла. Башҡортостанда экологияға зыян килтергән 3 меңдән ашыу объект иҫәпләнә, уларҙың 100-ҙән ашыуы беренсе категорияға инә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ