Башҡортостан Белорусия менән экология мәсьәләләре буйынса хеҙмәттәшлекте нығыта

Бөгөн «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ярҙамы штабында ойошторолған матбуғат конференцияһында ла һүҙ берлектәге эшмәкәрлек хаҡында барҙы.

Матбуғат конференцияһында билдәләнеүенсә, экология проблемалары һәр төбәкте борсой. Күп ҡатмарлыҡтар глобаль йылыныу менән бәйле, уларҙы күмәк көс менән берлектә хәл итеү талап ителә. Шул уҡ ваҡытта һәр субъекттың үҙенә генә хас эш алымдары бар. Беларусь республикаһы ҡунаҡтары әйтеүенсә, уларҙы геопарктар темаһы ҡыҙыҡһындыра. Башҡортостандың геопарктар ойоштороу, уларҙы Юнесконың айырым һаҡланған объекттары исемлегенә индереү буйынса уңышлы тәжрибәһе бар. Республика 2022 йылда илдә тәүгеләрҙән булып геопарктар тураһында закон ҡабул иткән, Башҡортостан башлығы ҡарамағында геопарктар буйынса попечителдәр советы ойошторолған. Был тәжрибәне Белорусия ерлегендә лә таратырға, ҡулланырға мөмкин, ти ҡунаҡтар.

Беларусь республикаһында ла Башҡортостандағы һымаҡ геологик, биологик, экологик ҡиммәткә эйә булған тәбиғәт ҡомартҡылары бар, уларҙы һаҡлау, киләһе быуынға еткереү маҡсатында геопарктар тәжрибәһен ҡулланырға мөмкин. Шуға күрә лә йүнәлештәге эшмәкәрлекте ныҡлап өйрәнергә һәм үҙебеҙҙең республикала файҙаланырға ниәтләйбеҙ. Тағы ла шуны әйтер инем, Мин Башҡортостанда тәүге тапҡыр, тәьҫораттарым иҫ киткес

Владимир Устин, Беларусь республикаһы милли академияһы биоресурстар буйынса ғилми-ғәмәли үҙәгенең бүлек етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ