Фекер алышыу барышында республикала алдынғы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Улар араһында иң мөһиме - Евразия фәнни белем биреү үҙәге. Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы "Фән һәм университеттар" милли проекты буйынса төҙөлә.
Кампустың беренсе сираты сафҡа ингәндән һуң, республика белем һәм иҡтисад үҫеш өсөн ҡеүәтле импульс алды. Көн һайын IQ-паркта 120-нән ашыу ғилми хеҙмәткәр һәм уҡытыусы эшләй. 500-гә яҡын студент уҡый һәм тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Университетта стартап-студия һәм йәштәр өсөн бизнес-акселератор эшләй. Алда-икенсе сират һәм юғары маҡсаттар ҡуйылған.
Осрашыуҙа Башҡортостанда физик культураны һәм спортты үҫтереү кеүек мөһим мәсьәлә лә ҡуҙғатылды. Республикала күп объекттар төҙөлә, шул иҫәптән федераль финанслауҙы йәлеп итеп, ҙур саралар һәм ярыштар үткәрелә. Бының өсөн Башҡортостан башлығы Дмитрий Николаевичҡа һәм уның йөҙөндә Хөкүмәткә рәхмәт белдерҙе.



