"Бында башҡорт, татар һәм рус хәрбиҙәре хеҙмәт итә”. Полк командиры, Имран ҡушаматлы яугир шулай тип белдерҙе. “Беҙ илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылған ир-егеттәр менән ҡуйылған бурыстарҙы үтәйбеҙ”, тине ул.
Ир-егеттәрҙе контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Һирәк һөнәр эйәләре 65 йәшкә тиклем дә ҡабул ителә. Запастағылар, шулай уҡ хәрби хеҙмәткә бармаған, әммә юғары һәм урта һөнәри белем алған ир-егеттәр килешеүгә ҡул ҡуя ала. Берҙәм белешмә телефоны: 117.







