Башҡортостанда яҙғы өмәләр үтте

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, быйыл ҡар ғәҙәттәгенән иртәрәк ирене, һәм беҙҙең бурыс-мөмкин тиклем тиҙерәк ауыл-ҡалаларҙы тәртипкә килтереү. Төрлө йәштәге битараф булмаған кешеләр иртә менән йәшәгән урындарында таҙалыҡ тыуҙырҙы. Ҡалған ҡарҙы йомшартты, былтырғы япраҡтарҙы һәм сүп-сарҙы йыйҙы, ағас ботаҡтарын ҡырҡып алды.

Ике аҙна эсендә Башҡортостан ҡала- райондарында 9 мең кубометрға яҡын сүп-сар йыйылған һәм сығарылған. Өмәләрҙә 175 мең кеше һәм 5 меңгә яҡын предприятие һәм ойошма ҡатнашты. Һәр берегеҙгә рәхмәт, Барығыҙға ла яҡшы ял көндәре!, тип яҙған республика етәксеһе.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ