Юғары уҡыу йорто «Өҫтөнлөк 2030» дәүләт программаһында ҡатнаша. Башҡорт ғалимдары сит ил тоҡомо ДНК-һын тулыһынса асыҡлап, яңы кросс, йәғни тоҡом-ара гибрид уйлап сығармаҡсы.
Буласаҡ хайуанды ғалимдар башта микроскоп аша күрә. Бына, әйтәйек, улар быҙау йомортҡа күҙәнәктәренең йәшәү һәләтен тикшерә. Иң көслөләре инкубаторҙан һуң, һыйырға күсереләсәк. Сусҡа һәм һыу ҡоштарын үрсетеү ҙә ошо уҡ тәртип буйынса эшләр, тип көтөлә. Быға тиклем эш сит ил ойошмалары менән бергә алып барылған. Хәҙер башҡорт ғалимдары Рәсәйҙә беренселәрҙән булып, үҙ геномика базаһын төҙөй.
Үҫемлекселек йүнәлешендә лә бурыстар яңыра. Аҡһымға бай культураларға һорау арта. Әйтәйек, борсаҡҡа. Башҡорт ғалимдары «Толпар» тип исемләнгән яңы сорт өҫтөндә эшләй. Унда протеин миҡдарын тағы ла 2-3 процентҡа арттырмаҡсылар.
Борсаҡта аҡһымды арттырыу, сусҡа һәм ҡоштарҙың яңы тоҡомдарын сығарыу проекттары ярҙамында Башҡорт дәүләт аграр университеты «Өҫтөнлөк-2030» программаһына ингән. Уға ярашлы, уҡыу йортоноң индустриаль партнерҙары булырға тейеш. Аграр университеты иһә Башҡортостан етештереүселәре менән хеҙмәттәшлек итә. Киләсәктә ғалимдар эште һанлы форматта алып бармаҡсы.
Башҡорт ғалимдары сорттарҙы һәм тоҡомдарҙы камиллаштырыу өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләй. Иң мөһиме, сит ил материалына үҙебеҙҙең алмаш булдырыла.
Рәзилә Ғиниәтуллина



