Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһында рәссам Александр Скорняковтың шәхси күргәҙмәһе асылды

Илһөйәрлек, берҙәмлек темаһына арналған бай йөкмәткеле экспозиция менән тәүгеләрҙән булып Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Александр Скорняков махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға бағышланған ижадында батырлыҡ, йәшәү, кешелек кеүек мәңгелек ҡиммәттәргә ҡарашын сағылдыра. Республикала рәссам «Доға ҡыл, мин һине ҡаплармын» тигән картинаһы менән популярлыҡ яуланы.

Башҡортостан башлығы тәҡдиме менән популяр картина республикаға бүләк ителде. Уны мөмкин тиклем киңерәк тамашасыға күрһәтеү өсөн майҙан һайланасаҡ. Бынан тыш «Хәйерле иртә, Донбасс», «Разведка» һәм башҡа картиналар республика район-ҡалаларындағы күргәҙмәләрҙә урын аласаҡ. Илһөйәрлек темаһынан башҡа рәссам үҙенең ижадында тәбиғәт, мөхәббәт, кешелек мөнәсәбәттәре һәм башҡа темаларҙы сағылдыра.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ