Республика инженер лицей-интернатының 11-cе синыф уҡыусыһы Вадим Харисов химия буйынса Менделеев олимпиадаһының Рәсәй йыйылма командаһы составына ингән. Ун кешенән торған команда халыҡ-ара олимпиадала Рәсәй данын яҡлаясаҡ. Менделеев турниры - донъялағы иң ҙур һәм иң абруйлы бәйге. Быйыл ул апрель аҙағында Ҡытайҙа үтә.






