Хәйбулла районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға сираттағы тапҡыр гуманитар ярҙам туплаған

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға сираттағы тапҡыр гуманитар ярҙам туплаған.

Дауахана коллективы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәр ваҡыттағыса ихлас ҡатнаша. Әле лә тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн медицина кәрәк-яраҡтары, жгуттар, бинттар, температура төшөрөүсе һәм шешеүгә ҡаршы препараттар, пластырьҙар, стериль бирсәткәләр әҙерләнгән... Өҫтәмә рәүештә шәхси гигиена саралары, эске кейем, медикаменттар һәм хәрби шарттарҙа кәрәкле медицина ҡорамалдары һатып алынған. Медицина хеҙмәтәкәрҙәре тыл ярҙамы һалдаттарҙың рухын нығыта тигән фекерҙә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ