Ғәҙәттән тыш хәлдең тәүге көндәренән үк республика күршеләргә ярҙам күрһәтә. Тәү сиратта эсәр һыу мәсьәләһен хәл итә. Бөгнгә көслө ташҡынға дусар булған Орск һәм Ырымбур ҡалалары халҡы өсөн Башҡортостан шешәләрҙә 136 тонна һыу оҙатҡан. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса һыу һурҙырыуҙа ярҙам күрһәтеү өсөн 33 кеше һәм 10 берәмек техниканан торған төркөм ебәрелгән. Был эштә ҡеүәтле насос станциялары һәм мотопомпалар ҡулланыласаҡ.
Ырымбур өлкәһендә ташҡынға бәйле хәл ҡатмарлы булып ҡала. Шуға ла ҡазаға тарыусыларға Башҡортостан халҡы ла әүҙем ярҙам күрһәтә. Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы менән берлектә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән республика акцияһына ҡушылды. Улар тәү сиратта мохтаж булған кәрәк-яраҡтар йыйыу ойошторҙо.






