Башҡортостан һыуһаҡлағыстарында авария хәүефе юҡ

Был турала Республика хөкүмәтендә үткән ултырышта белдерелде. - Һуңғы йылдарҙа ҙур ташҡындар булманы. Халыҡ элек һыу баҫҡан биләмәләрҙә лә төҙөлөш башланы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр булмаһын өсөн саралар күрергә кәрәк, - тине Премьер-министр Андрей Назаров. Республикала 491 гидротехник ҡоролма бар. Әле Ағиҙел һәм Өфө йылғаларының ташыуы күҙәтелә. Быйыл һыу кимәленең норманан  20-60 сантиметрға юғары булыуы ихтимал. Павловка, Йомағужа һәм  Нөгөш һыуһаҡлағыстары һыу туплау режимында  эшләй, авария хәүефе юҡ, -тип  белдерелде.

Фото №1 - Башҡортостан һыуһаҡлағыстарында авария хәүефе юҡ
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ