Был аҙнала Спорт һарайында “Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы чемпиондары төнө” тигән ярыш үтә. Унда Рәсәй, Румыния, Үзбәкстан һәм Америка Ҡушма Штаттарынан боксерҙар сығыш яһай. Башҡортостандан Артур Собханҡолов румын Джеймс Череджи менән Европа чемпионы исеме өсөн көрәшә. Тағы бер яҡташыбыҙ Данис Ғабдрафиҡов Азия чемпионы Үзбәкстандан Бобо-Усмон Батуров менән осраша. Рәсәйҙән Павел Суслов американ Питер Добсон менән рингҡа сыға.




