“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы башланды

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, быйыл “Сәләмәтлек поездары” 331 ауылға инә. Күсмә табиптар төркөмөндә терапевт, педиатр, хирург, акушер-гинеколог һәм башҡа белгестәр бар. “Алдан яҙылырға кәрәкмәй. График менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға була”, - тип яҙа Радий Хәбиров. “Сәләмәтлек поездары” алты маршрут буйынса юлға сыға. Апрелдә Белорет, Дыуан, Илеш, Туймазы, Ауырғазы һәм Иглин райондары ауылдарында күсмә ҡабул итеүҙәр була. 

Фото №1 - “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы башланды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ