Муниципалитеттарға 15 июнгә тиклем юл соҡорҙарын ямарға ҡушылды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, һуңғы 4 йылда контроль системаһында теркәлгән етешһеҙлектәр һаны кәмегән. Бөгөнгә 19 меңдән ашыу осраҡ теркәлгән. Шул иҫәптән 3 мең 200-ҙән ашыу юл соҡоро тигеҙләнгән. - 20 апрелдән республикала 30 асфальт-бетон заводы эш башлай, унан һуң юл ремонтында ҡайнар асфальт ҡулланыла, тине Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.







