Башҡорт дәүләт педагогия университетында Рәйсә Халиҡова исемендәге аудитория асылды

Билдәле тел белгесе, филология фәндәре докторы, профессор Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халиҡованың тыуыуына 90 йыл. Ошо айҡанлы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ғалимә исемендәге аудитория асылды.

Сығышы менән Ғафури районынан, Рәйсә Хәлил ҡыҙы 1934 йылда Үзбәкстандың Ҡаршы ҡалаһында тыуған. Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы Көнсығыш телдәр институтын тамамлағандан һуң ул Башҡортостанда эшләй. Фәнни эҙләнеүҙәре ярҙамында шәхес башҡорт теленең Октябрь революцияһына тиклем яҙмаһы булмаған тигән хата ҡарашты инҡар итә, тел үҫешенә тос өлөш индерә.

Тел белгесенең тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы юғары уҡыу йортонда «Евразия киңлегендә мәҙәниәт-ара бәйләнеш» тип аталған ғилми-ғәмәли конференция үтте. Пленар ултырышта Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, шулай уҡ Рәсәй төбәктәре белгестәре ҡатнашты. Саранан башҡорт теле уҡытыусылары ла ситтә ҡалманы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ