«Торатау» Конгресс-холында үткән «Студент яҙы»нда республиканың төрлө район-ҡалалары колледж студенттары ижади йүнәлештәрҙә көс һынашты. Сәхнәлә йыр, бейеү һәм хатта уҡтан атыу оҫталығы күрһәтелде. Музыкаль композициялар башлыса илһөйәрлек һәм милли темаларға ҡайтып ҡалды. Бәйгенең төбәк этабында зональ кимәлдә иң яҡшыһы тип баһаланған студенттар ғына ҡатнаша.
Төбәк этапта юғары баһаланған таланттар Башҡортостан данын федераль кимәлдә яҡлаясаҡ. Быйыл ул 11-17 июндә Ставрополь ҡалаһында үтә. Гран-при яулаусыға аҡсалата бүләк тапшырыласаҡ.






