Өфөлә «Нурлы тирмә» оҫтаханаһын тамамлаусыларға тәүге сертификаттар тапшырылды

Уҡытыу курстарын асыу Миләүшә Ҡыҙрасованың идеяһы. Рәссам -дизайнер бер нисә йыл элек, туҡымаға һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнә башлай. Күлдәккә төшөрөлгән башҡорт биҙәүестәре ҡатын-ҡыҙҙарҙың иғтибарын йәлеп итә, улар һуңғараҡ айлыҡ онлайн-курстарҙың тәүге тыңлаусылары була. Миләүшә Ҡыҙрасова ҡыҙы Нурия менән республиканан егермеләгән ҡатын-ҡыҙға үҙҙәре кеүек милли стилдә кейем биҙәргә ярҙам иткән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ