Тәүлек эсендә республиканың 112 системаһына һыу баҫыу тураһында 8 хәбәр килгән

Тәүлек эсендә республиканың 112 системаһы шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында 8 хәбәр килгән. Тәүлек эсендә Нуриман районында Өфө йылғаһы 44 сантиметрға артҡан. Мәләүез янында Ағиҙел йылғаһында һыу 36 сантиметрға күтәрелгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы һыу баҫыуға бәйле 26 хәлде контролдә тота. Һүҙ 450 йорт алды ихатаһы, баҡса участкалары,,шулай уҡ юлдар һәм бәләкәй күперҙәр тураһында бара. Йомағужа һәм Павловка һыуһаҡлағыстары һыу тултырыу режимында эшләй. Нөгөштә һыу ташлау эштәре башҡарыла.

Шишмә районы Бочкаревка ауылы янында Дим йылғаһында тәүлек эсендә һыу кимәле 33 сантиметрға күтәрелеп, 561 сантиметр тәшкил итә. «Cәләмәтлек», «Күл», «Дуҫлыҡ» баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә 150-нән ашыу баҡсаны һыу баҫыуы ихтимал. Бынан тыш, Күгәрсен районы Үрге Мөрсәлим ауылында 9 йорт алды биләмәһе , Ейәнсура районы Түбәнге Һарыбил ауылы һыу ҡамауында ҡалыуы бар.

Алик Шәрәфетдинов, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан республикаһы буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте етәксеһе

Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Күгәрсен районында Оло Эйек йылғаһы Кузьминовка ауылы эргәһендә ярҙарынан сығып, баҡсаларҙы һыу баҫҡан. Мораҡ ауылында Наҙлыйылға ҡушылдыҡтары арҡаһында Титов, Матросов урамдарының бер өлөшөн һыу баҫҡан. Оло Эйек йылғаһы тамағында урынлашҡан Үрге Мөрсәләйҙә әлеге ваҡытта һыу кимәленең күтәрелеүе күҙәтелә. Һыуҙың иң юғары нөктәһе әлегә үтелмәгән. Урында республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре дежурҙа тора.

Тәүлектән ашыу дежурҙа торабыҙ. Оло Эйектә һыу кимәле күтәрелә. Йорттарға етмәһә лә, ихата алдарын һыу баҫҡан. Беҙҙең ҡотҡарыу хеҙмәте хәлде контролдә тота. Халыҡҡа аҙыҡ-түлек, эсәр һыу ташыйбыҙ, ауырыған пациентҡа ашығыс ярҙам саҡырҙыҡ.

Владимир Силантьев, Башҡортостан республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты эҙләү-ҡотҡарыу бүлексәһе етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ