Республикала яңы мал ҡәберлектәрен булдырыу тыйыла

Республикала яңы мал ҡәберлектәрен булдырыу тыйыла, ә булғандарын 2030 йылдың 1 ғинуарына тиклем файҙаланырға мөмкин буласаҡ. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумы ултырышы үтте. Унда парламенттың алдағы ултырышына сығарыласаҡ 30-ҙан ашыу һорау, шул иҫәптән «Ветеринария тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе ҡаралды. Иҫке мал ҡәберлектәре 25 йыл эсендә бөтөрөлөргә тейеш. Биологик ҡалдыҡтар менән шөғөлләнгән ойошмалар тураһында мәғлүмәт иһә ветеринария өлкәһендә федераль дәүләт мәғлүмәт системаһына индереләсәк. Закон проектының маҡсаты - кеше һәм хайуандар өсөн хәүефле ауырыуҙарҙың таралыуын иҫкәртеү.

Көтөлгән мөһим закон проекттары араһында республиканың «Юл фонды тураһындағы законға» төҙәтмәләр индереү ҡаралған документ та бар. Ул беренсе уҡыуҙа тикшереүгә сығарыла. Яңы проектҡа ярашлы, ауыр транспорт саралары менән автомобиль юлына килтерелгән зыян өсөн түләүҙәр һәм шулай уҡ ҙур габаритлы транспорт сараһы хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтарҙан алынған килем юл фондына йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ республиканың «Граждандарҙың тыныслығы һәм тынлыҡ» тураһындағы закон да үҙгәрештәр кисерә. Төҙәтмәләргә ярашлы, яңы законға торлаҡ йорттар биләмәләрендә төнөн тауышлы уйындар уҙғарыуҙы тыйыу нормаһы ла индерелә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ