Учалы районында ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын ҡулланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы ойошторолдо. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - хөкүмәт аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов ҡатнашлығында үткән сарала ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын тәбиғәткә мөмкин тиклем аҙ йоғонто менән эшкәртеү мәсьәләләре иғтибар үҙәгендә булды.
Был эште ойоштороу өсөн рекультивация алып барасаҡ ике ойошма менән килешеү төҙөлдө. Уларҙың береһе быға тиклем Әбйәлил районында эшләгән Экосервис компанияһы. Комиссия ултырышында ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары сығарған ойошмалар менән халыҡ араһында аңлашып эшләү, социаль-иҡтисади йәһәттән ярҙам күрһәтеү, йәмәғәтселек менән бәйләнештә булыу һорауҙары ҡаралды.






