Юл ваҡиғаһы Ленин урамында теркәлә. Ҡот осҡос авария видеокүҙәтеү камераһына эләгә. Унан күренеүенсә, юғары тиҙлектә килеүсе транспорт сараһы ике үҫмерҙең береһен бәрҙерә. Был ваҡытта уҡыусылар йәйәүлеләр үткәүеле аша сығып барған була. Ҡыҙ ауыр хәлдә дауаханаға һалына. «ВАЗ» руле артында 23 йәшлек егет ултыра. Осраҡ буйынса полиция тикшереү үткәрә, шулай уҡ бер нисә экспертиза тәғәйенләнгән.



