Яҡынлашып килгән байрам уңайнынан «Торатау» Конгресс-холында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Сарала ҡул оҫталары, ғалимдар, тарихсылар, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре башҡорт милли кейемдәрен һаҡлау, уны популярлаштырыу юлдары буйынса фекер алышты, милли образдың әҙәбиәттә, фольклорҙа әһәмиәтен билдәләне. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Тәңкәләрҙән, сағыу мәрйендәрҙән йыйылған ҡашмау, селтәр, түшелдерек, үҙенсәлекле милли балаҫтар. Архангел районы ҡул оҫтаһы Вәсилә Камалтинова хаҡлы ялға сыҡҡас милли биҙәүестәр менән мауыға башлаған. Ун йыл эсендә оҫтабикә шәхси күргәҙмәһен туплауға өлгәшкән.
Яҡынлашып килгән милли кейем көнө уңайынан Өфөлә түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Ултырыштан тыш сарала милли кейем дефилеһы, йыр-моң менән һуғарылған тамаша күрһәтелде.
Осрашыуҙа ҡул оҫталары, ғалимдар, тарихсылар, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре башҡорт милли кейемдәрен һаҡлау юлдарын барланы, башҡорт әҙәбиәтендә, фольклорында милли костюм әһәмиәте буйынса фекер алышты.
Милли кейем - әҙәбиәттә, республика йылъяҙмаһында биҙәүес элементы ғына түгел, ә оҙон тарихи юл, милләт үҙенсәлеге күренеше. Быуаттар дауамында һаҡланып килгән ҡомартҡыны киләсәк быуынға тапшырыу - Милли кейем байрамының төп маҡсаты.
Флорида Ким



