Башҡортостанда ағас йорт төҙөлөшө артыуы көтөлә

Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, Өфөлә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумы барышында түңәрәк өҫтәл үтте. Унда ағас йорттар һалыу мәсьәләһе ҡаралды. 2030 йылға 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү бурысы ҡуйылған. Уның яртыһы шәхси йорт һалып ингәндәргә тура килә. Һәр бишенсе аҙ ҡатлы торлаҡ ағастан буласаҡ, ти эксперттар. Бының өсөн төбәктә сеймал һәм мөмкинлектәр етерлек. Әйткәндәй, ошо арала республикала Ағас йорт төҙөүселәр ассоциацияһы булдырылды.

Фото №1 - Башҡортостанда ағас йорт төҙөлөшө артыуы көтөлә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ