Ҡаланың өс майҙанында күңел асыу саралары уҙа. "Ватан" этнопаркы, Ленин исемендәге һәм Машина төҙөүселәр майҙандарында тамашалар ҡаралған. Был турала Өфөнөң 450 йыллығын билдәләү буйынса кәңәшмәлә белдерелде. Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.
Радий Хәбиров апрель аҙағына тиклем Өфөнөң юбилейы уңайынан уҙғарыласаҡ бөтә сараларҙың аныҡ планын әҙерләргә ҡушты.







