Был юлы «Красноусол» минераль һыу заводы күрше төбәккә 30 тонналап эсәр һыу оҙатты. Ғәҙәттән тыш хәл теркәлгәндән бирле, ойошма 7 фура гуманитар ылау ебәргән. Йөк машиналарының береһендә зыян күреүселәр өсөн Запорожье халҡы йыйған гуманитар ярҙам да бар. Кейем-һалым, юрған, картуф - ылауҙы улар отпускыға ҡайтҡан Башҡортостан яугирҙары аша биреп ебәргән.






