Уҡытыу «агротуризм» һәм «ҡошсолоҡ» йүнәлештәре буйынса үтә, өс айға иҫәпләнгән. Тыңлаусылар ауыл хужалығы өлкәһендә бизнес ойоштороу нигеҙҙәренә өйрәнә. Теоретик белем алыуҙан тыш, улар республиканың алдынғы предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышып, практик тәжрибә лә туплаясаҡ. Курста алынған белем бизнес-планда сағылыш таба.
«Фермер мәктәбе» мәғариф проекты 2020 йылдан тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә республикала 250 кеше махсус әҙерлек үткән. Улар араһында крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре, шәхси хужалыҡ алып барыусылар ҙа бар. Уҡыуға юғары, йә урта һөнәри белеме булған, ауыл ерендә йәшәгән яҡташтарыбыҙ алына.






