Өфө фән һәм технологиялар университетының креатив лабораторияһында ҙур ҡалаларҙа төҙөлөш системаһын һынау, тикшереү буйынса яңы проект тормошҡа ашырыла.
Студенттар, ғалимдар һәм педагогтар инновация проекты нигеҙендә Өфө һәм Стәрлетамаҡтың архитектур һәм төҙөлөш тармағының юл картаһын төҙөп, тикшереү эштәрен автоматлашытырған режимда алып бара. Йәш ғалимдар үҙҙәренең асышы менән мөһим мәсьәләне хәл итергә теләй. Улар ҙур ҡалала ойошторолған бөтә процесстарҙы мөмкин тиклем теүәл һүрәтләп, биләмә һәм йәмәғәт майҙансыҡтары менән компьютер аша идара итеү маҡсатын ҡуя.



