Октябрьский ҡалаһында «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы үтте

Республикала матур йолаға әүерелгән сарала гүзәл заттар үҙҙәренең һәм балаларының һаулығын тикшертеп, табиптарҙан консультация алды, байрам тамашаһында ҡатнашты.

Ҡатын-ҡыҙҙар флеболог, гастроэнтеролог, гематолог, репродуктолог, гинеколог-эндокринолог, пульмонолог, эндокринолог кеүек белгестәр менән дә аралашты. Асыҡ академия майҙанында шулай уҡ ҡул эштәре күргәҙмәһе, оҫталыҡ дәрестәре эшләне. Йөҙәрләгән ҡатын-ҡыҙҙы берләштергән биләмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса брифинг та ойошторолдо. Бай йөкмәткеле осрашыу Зәйнетдин этно-шоу проекты концерты менән тамамланды. Төбәктә «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы саралары Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында үтә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ