Радий Хәбиров Рәсәй Сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән осрашты

Мәскәүҙә Башҡортостандың презентацияһы үтте. Унда төрлө илдәрҙән вәкилдәр ҡатнашты. Осрашыуҙа хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәре ҡаралды. Беҙҙең республиканың 5 дәүләттә вәкиллектәре эшләй. Беларусь һәм Ҡаҙағстан, шулай уҡ Абхазия менән тығыҙ бәйләнештәр урынлаштырылған. Сергей Лавров Ишеү слаломы федерацияһы Попечителлек советы рәйесе булараҡ Өфөлә спорт комплексы төҙөлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе. Ишеү слаломы комплексы Өфө юбилейына асыла. Радий Хәбиров Сит ил эштәре министрын баш ҡаланың 450 йыллығына арналған сараларға саҡырҙы.

Фото №1 - Радий Хәбиров Рәсәй Сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән осрашты
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ