“Торос” хоккей командаһы баш тренерлы булды

Нефтекама клубынан хәбәр итеүҙәренсә, был вазифаға Анатолий Степанов тәғәйенләнә. Быға тиклем ул команда өсөн сығыш яһаны, капитан булды. Һуңғы йылдарҙа хоккей белгесе йәштәр лигаһында уйнаған бер нисә команданың тренеры вазифаһын үтәне. “Торос” клубы Бөтә Рәсәй лигаһында сығыш яһай. Быйылғы миҙгелдә команда плей-офтың тәүге әйләнешендә кубок өсөн көрәштән төшөп ҡалды.

Фото №1 - “Торос” хоккей командаһы баш тренерлы булды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ