Башҡорт атын фәнни нигеҙҙә өйрәнеү ҡарала

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса ассоциация булдырыла. Ул “Башҡорт аты” фәнни-тикшеренеү институты менән берлектә тоҡомло аттар генофондын һаҡлап ҡалыу менән шөғөлләнә. Бөтә фәнни эштәрҙе ойоштороу өсөн ассоциацияның Күҙәтеү советы булдырыла. Уны Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орлова етәкләй. “Башҡорт аттары бөтә донъяла дан ҡаҙанған. Улар сыҙамлы һәм етеҙ булыуы менән айырылып тора. Йылҡы малының төҫөнә ҡарап, күп мәғлүмәт алырға мөмкин”, - ти зоотехник Әкрәм Хөсәйенов.

Башҡорт атын фәнни нигеҙҙә өйрәнеү ҡарала

“Иң бай башҡорт 3-4 мең баш йылҡы тотһа, иң ярлыһы 20-30 баш йылҡыға хужа”, - тип яҙған “Башҡорттар” китабында этнограф Сергей Руденко. Быйыл да Баймаҡ районында “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале уҙғарыла.

Фото №1 - Башҡорт атын фәнни нигеҙҙә өйрәнеү ҡарала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ