Быйыл башҡорт теленән халыҡ-ара диктант ошондай девиз аҫтында уҙғарыла. Белем акцияһы тел мәҙәниәтен арттырыу, башҡорт телен популяр итеү маҡсатында ойошторола. Диктантты онлайн һәм оффлайн яҙырға була. Уҡыу йорттары, мәҙәниәт ойошмалары һәм музейҙарҙа майҙансыҡтар булдырыла. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура тапшырыу алып бара. “Халыҡ-ара диктант – туған тел байрамы. Барығыҙҙы ла ҡатнашырға саҡырам”, - ти Өфөнөң 9-сы урта мәктәбе уҡытыусыһы Ильяс Сағынбәк.
Халыҡ-ара диктант 27 апрелдә була. Сара сайтында яҙма өс көн һаҡлана. Акцияла ҡатнашҡандарға сертификат бирелә.







