Башҡортостанда “Фермер мәктәбе”ндә уҡыуҙар башланды

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 9-сы ағымда “Агротуризм” һәм “Ҡошсолоҡ” йүнәлештәре буйынса курстар ойошторола. Унда 30 кеше һайлап алынған. Уҡыуҙар өс ай дауамында Башҡорт дәүләт аграр университетында бара. Быйыл республикала ҡошсолоҡто үҫтереү программаһы тормошҡа ашырыла башлай. Был йүнәлешкә ҙур иғтибар бирелә. Быға тиклем “Фермер мәктәбе”ндә 250 кеше уҡып сығып диплом алған.

Фото №1 - Башҡортостанда “Фермер мәктәбе”ндә уҡыуҙар башланды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ