Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Илшат Әхмәтовҡа туғандары яугирҙың «Урал» мотоциклын оҙатҡан. Транспорт сараһы хужаһына сираттағы гуманитар ылау менән юлланасаҡ.
Илшат Әхмәтов һөнәре буйынса водитель. Яҡындары менән бәйләнешкә сыҡҡанда ул фронтта еңел техникаға ихтыяж ҙур булыуын әйтә һәм үҙенең мотоциклын ебәреүҙе һорай. Туғандары яугирҙың үтенесен кире ҡаҡмай, техниканың төҙөклөгөн тикшереп, юлға әҙерләй. Яу яланында етеҙ хәрәкәт итеүсе, яралыларҙы алып сығыу өсөн дә уңайлы транспорт тиҙҙән хужаһына барып етәсәк.






