Радий Хәбиров: "Был осорҙо бергә үтергә тейешбеҙ"

Радий  Хәбиров икенсе мөҙҙәткә Республика  Башлығы  вазифаһында  хеҙмәтен  дауам итеү  ниәтенә  йоғонто яһаған сәбәптәрҙе  атаны. Бөгөн  ул  Өфөлә  журналистар һәм блогерҙар менән осрашты.  Беренсенән, башланған проекттарҙы  тамамларға  кәрәк.  Шулай  уҡ  үтә ҡатмарлы  ваҡытта  йәшәйбеҙ, тине  Республика Башлығы. - Беҙҙең  хәрбиҙәргә  ярҙам буйынса  эште  көйләнек.  Бындай  ваҡытта  эштән китергә  ярамай.  Халыҡҡа бирелгән күп вәғәҙәләрҙе  үтәнек,  үтәлергә  тейешле  вәғәҙәләр ҙә  бар, - Беҙ республика менән бергә  ковидты  үткәрҙек.  Беҙ бергә  махсус хәрби операция, көслө  баҫым, санкция сәйәсәте шарттарында  эшләйбеҙ.  Был осорҙо бергә  үтергә  кәрәктер, - тине  Радий  Хәбиров.

Фото №1 - Радий Хәбиров: "Был осорҙо бергә  үтергә тейешбеҙ"
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ