Бөгөн Республика Башлығы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты. - Ковид, санкция баҫымы менән көрәштек, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамды көйләнек. Былар үтә ҡатмарлы бурыстар. Башҡортостан бер урында торманы. Күпселек күрһәткестәр лайыҡлы, - тине Радий Хәбиров.







