Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, блогерҙар, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашты. Асыҡ һөйләшеү Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында үтте.
Төбәк етәксеһе күләмле төҙөлөштө дауам итеү пландары менән уртаҡлашты. Йыл аҙағына биләмәлә һанлы технологиялар, генетика буйынса комплекслы үҙәк сафҡа индерелергә тейеш, унда Һаҡлыҡ банкының инновацион мәғариф проектын да тормошҡа ашырыу ҡаралған. Шулай уҡ йыл ярым ваҡыт эсендә кампустың ете башняһын күтәреү бурысы ҡуйылған. Унда студенттар мөхите, йәш ғалимдар йорто, ятаҡ, коворкинг-үҙәк ойошторола.
Быйыл көҙ республикала мөһим сәйәси ваҡиға көтөлә. Башҡортостан башлығын һайлайбыҙ. Яңыраҡ Мәскәүҙә эшлекле осрашыу барышында ил президенты Владимир Путин Радий Хәбировтың кандидатураһын киләһе осорға хуплауын белдергәйне. Дәүләт етәксеһе менән осрашыуҙың ябыҡ өлөшөндә ниндәй мәсьәләләр күтәрелгән һәм ни өсөн Радий Хәбиров икенсе осорға һайланырға булған? Журналистарҙы ошо һорауҙар ҙа ҡыҙыҡһындырҙы.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һуңғы биш йылда республиканың идара итеү командаһы хәл иткән етди бурыстарҙы ла билдәләп үтте. Журналистар һәм блогерҙар менән осрашыу яҡынса ике сәғәт дауам итте.



