Дәүләт Думаһының Милли сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе Геннадий Семигин Рәсәйҙә милли сәйәсәт буйынса айырым федераль ведомство ойоштороу кәрәклеген билдәләне. Башҡортостанға эш сәфәре сиктәрендә комитет рәйесе милли йәмәғәт ойошмалары етәкселәре менән осрашып, миграция, милли мәҙәниәт һәм сәйәсәт йүнәлештәрендәге көнүҙәк һорауҙарҙы билдәләне.
Көнбайыш илдәр тырышлығы менән Рәсәй төбәктәрендә милләт-ара низағ сығарып, йәмғиәт берҙәмлеген, халыҡтар дуҫлығын ҡаҡшатырға теләүселәр ҙә юҡ түгел. Дәүләт думаһында милли сәйәсәткә бәйле һорауҙарҙы тәртипкә килтереү өсөн норматив базаны яңыртыу, закондарҙы камиллаштырыу маҡсаты ҡуйыла.



