Өфөлә 10 мең метр бейеклектән һикергән Александр Лынникты ҡаршы алдылар

12 апрелдә Төньяҡ полюста 10 мең метр бейеклектә стратосфер техниканан парашютта һикергән Александр Лынник бөгөн төндә Өфөгә ҡайтты. Аэропортта уны яҡындары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре ҡаршы алды.

Рәсәйҙең Ҡырымға ҡушылыуына 10, Юрий Гагариндың тыуыуына 90 йыл тулыуға һәм Өфөнөң 450 йыллығына арналған проектты яҡташыбыҙ Рәсәй Геройы, летчик-космонавт, Башҡортостан буйынса космонавтика федерацияһы президенты Михаил Корниенко һәм космос стратосфер техникаһы инженеры Денис Ефремов менән атҡарған. Рекорсмендар ике минут дауамында ирекле осошта булып парашюттарын 1 километр бейеклектә асҡан. Ергә төшкәс улар Өфө символы һыуһар төшөрөлгән флагты тотоп, проекттың уңышлы тамамланыуын белдерә.

Әлбиттә, аңлатып биргеһеҙ хис-тойғолар кисерәм. Тыуған яғыма ҡайтыуыма шатмын. Яҡташтарымдың минең өсөн тулҡынланыуы тағы ла көс бирә. Шуға ла уртаҡ маҡсатҡа бергәләп ирештек тип әйтә алам.

Александр Лынник, летчик-һынаусы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ