Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө – Ырымбур трассаһында Мәктәп туҡталышы янында ВАЗ-2115 һәм КамАЗ һыу ҡойоу машинаһы бәрелешкән. Ваҡиғала еңел автомобилендәге өс егет һәм ике ҡыҙ һәләк булған, тағы ике кеше ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Авария сәбәптәре асыҡлана.







