Өфөнән Алматаға осорға һәм Айғырға барырға була

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 28 апрелдән “Айғыр” поезы юлға сыға. Туристик маршрут халыҡты Белорет районына алып бара. Электричка Өфөнән иртәнге 7-лә ҡуҙғала һәм дүрт сәғәттә Айғырға килеп етә. Иртәгенән “Өфө” халыҡ-ара аэропортынан Алматаға самолет оса башлай. Рейстар һәр шәмбе Sukhoi Superjet 100 самолетында башҡарыла. Өфөнән Алматаға өс сәғәттә барып етеп буласаҡ.

Фото №1 - Өфөнән Алматаға осорға һәм Айғырға барырға була
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ