Республика Ҡатын-ҡыҙҙар союзы яҙғы ташҡындан зыян күргән күрше өлкә халҡына ярҙамға аҡса йыйған. Район һәм ҡалалар вәкилдәре, төрлө ойошмалар хеҙмәткәрҙәре әүҙемлек күрһәткән. Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова һөйләй.
Өфөлә Республика Ҡатын-ҡыҙҙар союзының отчет-һайлау конференцияһы үтте. Унда йәмәғәт хәрәкәтенең биш йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, етәкселек һайланды. Рәшиҙә Солтанова рәйес вазифаһын һаҡлап ҡалды.







