Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов етәкселегендә кәңәшмә үтте. Унда йәйге ял мәлендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. Республикала 1 мең 770 ҡала һәм мәктәп яны, хеҙмәт лагеры асыла. Янғын һәм эпидемиологик хәүефһеҙлек, тәбиғәттә һәм һыуҙа именлек сараларына, шулай уҡ балалар менән эшләгән белгестәргә лә етди иғтибар бирергә ҡушылды. Быйыл төбәктә Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Белгород өлкәһенән балалар ял итәсәк.







